+17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Актуально
12 Октября 2022, 09:15

Ир-егеттәр иңенә ауыр һынау төштө шул

Башҡорт егеттәре Пензанан махсус операцияға юлланды.

Ир-егеттәр иңенә ауыр һынау төштө шул
Ир-егеттәр иңенә ауыр һынау төштө шул


Республикабыҙҙың, Пенза һәм Ульянов өлкәләренең өлөшләтә мобилизацияға эләккән хәрбиҙәрҙең тәүге төркөмөн спецоперацияға оҙаттылар. Улар РФ-ның көньяҡ хәрби округында хеҙмәт итәсәк. Егеттәр хәрби әҙерлек үтеп, ҡорал менән эш итеү белемдәрен яңыртты. Эшелонға шәхси һаҡланыу саралары тейәлде.
Өлкә башлығы Олег Мельниченко әйтеүенсә, ойошторолған дивизиялар "иң яҡшы" хәрбиҙәрҙән тора. "Бында киләсәге хаҡында борсолған, үҙ тыуған иле өсөн йән атҡан, уны ауыр хәлдә ҡалдырып ҡасып китмәгән бынамын тигән ир-егеттәр йыйылған," - ти. Радий Хәбировтың хәрби һорауҙар буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда был мәғлүмәттең дөрөҫ булыуын раҫланы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: