+24 °С
Дождь
АнтитеррорМАХ
Все для Победы
15 Сентября 2025, 08:05

Ҡыйыу йөрәк егет

Радмир менән аралашҡанда уның шул тиклем ауырлыҡтар аша үткән, тип уйламаҫһың да. Шаян, күҙҙәре осҡонланып тора, йөҙө нурлы. Хәйер, нужа һурпаһын күп һемергән кеше тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ аңлай, уның тәмен нығыраҡ белә. Радмир үҙе лә шулай, ти. Үҙе шул тиклем йәш, бала ғына. Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, тип халыҡ белмәй әйтмәгән шул. Әрме хеҙмәтен үткәндә үк контракт төҙөп, ил тыныслығын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә ҡарар итеүе егеттең оло, ҡыйыу йөрәкле булыуы тураһында асыҡ һөйләй.

Ҡыйыу йөрәк егетҠыйыу йөрәк егет
Ҡыйыу йөрәк егет

Ул һалдат ҡайышын быуып, тәүҙә Архангел өлкәһендә хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға барыу уйы ҡурҡытмай егетте. Ватаныбыҙға хәүеф янағанда, ситтә ҡалыу минең фекеремсә, егеттәрсә түгел, тип хәрбиҙәргә ярҙам итеү, еңеүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн һис икеләнеүһеҙ контракт төҙөп, Нижегородка өлкәһендә әҙерлек үтә һәм 26-сы танк полкы составында Харьков өлкәһе биләмәһендә хәрби юлын башлай. - Командирҙарым ныҡ һәйбәт булды. Хәрби әҙерлек буйынса белем биреп кенә ҡалмай, беҙҙе, йәш егеттәрҙе, рухи яҡтан нығытты, сыныҡтырҙы улар. Ауырлыҡтар аша күп үтелһә лә, контракт төҙөгәнемә һис үкенгәнем булманы. Унда утты-һыуҙы бергә кискән егеттәр менән туғандар һымаҡ яҡын кешеләргә әүерелдек. МХО-ла үҙең өсөн генә түгел, иң беренсе бергә хеҙмәт иткән иптәштәрең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Бөтә Рәсәйҙән төрлө милләт кешеләре бер рух, бер маҡсат менән тупланғанбыҙ. Дошман илебеҙҙе тарҡатырға теләп, киреһенсә, беҙҙе берләштерҙе. Башҡортостандан да ярҙамды тоябыҙ, гуманитар ылауҙар килеп тора. Балалар ебәргән һүрәттәр ныҡ хәтерҙә ҡалған. Уларҙы тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Төрлө тәмле күстәнәстәр, сәк-сәк менән сәй эсеү өйҙәге йылы мөхитте хәтерләтә. Әлбиттә, һуғыш ул ромнатика түгел. Ике-өс көн дауамында ризыҡһыҙ йөрөгән саҡтар ҙа булды. Һыуҙы күләүектәрҙән алып, махсус таблеткалар ярҙамында зарарһыҙландырып эсә торған инек. Һыуыҡ булһа ла, ут яғып йылыныу юҡ, сөнки дошмандарҙың иғтибарын йәлеп итергә ярамай. Төрлө хәүефле хәлдәргә эләкһәм дә, мине хызыр Ильяс һаҡлап йөрөттө, күрәһең, хәҙер уларҙы хәтерләһәм, үҙем дә аптырайым. Эйе, теште ҡыҫып түҙәрлек мәлдәр күп булды. Әммә миңә ир-егет булараҡ шундай яҙмыш насип иткән икән, тимәк мин уны ихытяр көсө менән лайыҡлы итеп үтеп сығырға тейешмен, тип рухымды нығыта инем, - ти ул. Иң хәүефле мәл Донецк халыҡ республика биләмәһендәге алыштарҙың береһендә була. Унда ул дрондар һөжүменә эләгә. Ҡолаҡ артында ғына дрон шартлағандан һуң иҫәнгерәй, әммә аңын юғалтмай. Ағас артына ҡаса, әммә барыбер арҡаһына ярсыҡ эләгә. Тәүҙә атлап маташа, һуңынан шыуыша башлай. Заданиеға сығыр алдынан командирҙары, барыр юлды ныҡлы хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, тип ҡат-ҡат әйткән була. Ярай әле ошо һүҙҙәргә ҡолаҡ һалған була, килгән юл менән 10 саҡрым тирәһе шыуышып бара Радмир. Етмәһә ауыртыуҙарҙы баҫыусы уколдары ла бөтә. “Ошо мәлдә мин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған олатайымды хәтеремдән сығарманым. Әйтерһең дә ул миңә бирешмәҫкә көс бирҙе”, - ти ул. Радмирҙың олатаһы Хатип Әйүов Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үтеп, Берлинға тиклем барып етә, Дан орденының ике дәрәжәһенә лайыҡ була. Әлеге мәлдә Радмир Мусин оҙайлы реабилитация үткәндән һуң тыуған яғында ял итә. - Махсус хәрби операцияла булғандан һуң минең үҙемә ҡарата ихтирамым артты, Урал ташындай ныҡлы ихтыяр көсө тупланым. Аллаһы Тәғәлә әлегә ғүмерем бөтмәгән, тип ҡарар иткән икән, тимәк был ғүмерҙе сикһеҙ бәхетле итеп үткәрергә тейешмен, тим. Ғөмүмән, илебеҙ тыныслығы, күгебеҙ зәңгәрлеге өсөн ниндәй көрәш барыуын күргәс, һәр кем тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп, бәхетле булырға бурыслы, тип уйлайым, - тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Радмир.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас