Сегодня - День башкирского языка
“Физик и лирик” Данир ИШБАЕВ: “Теле барҙың иле ҡалыр!”
Данир Ишбаев, студент 3 курса естественно-математического факультета СИ БашГУ, - родом из Бурзянского района. Учится по специальности прикладная математика. Как говорят, он физик и лирик. Пишет стихи и на башкирском, и на русском языках. Предлагаем вниманию некоторые из них.
Сәскә атып, яҙҙар килгән саҡта,
Ожмахҡа тиң минең Бөрйәнем.
Шишмәләре сылтырап ағып ята,
Шуны күрһәм - тыныс йөрәгем.
Тауҙарына ҡарап, көндә хайран ҡалам,
Мин уларҙан йәшәү көсө алам,
Ғүмер диңгеҙендә йөҙөргә.
Урманында үҫкән һәр ҡайындың,
Йәне барҙыр инде күрәһең.
Болоттарға еткән һәр ҡаяның,
Сиге юҡтыр инде, күрәһең.
Матурлығы менән бер илдән дә,
Кәм түгелдер минең Бөрйәнем.
Әйткем килә бөтә күңелдән дә,
Мәңге йәшә тыуған төйәгем.
Бер ҡайҙала улай рәхәт түгел,
Йөрәгемдә тик һин Бөрйәнем.
Һине данлап шиғырҙарым яҙам,
Гүзәлдәрҙән гүзәл һин илем.
Ят кешеләр килеп ҡунаҡ була,
Шүлгән ташың ғына ни тора.
Күңелемдә минең ҡурай моңо,
Уйҙарымда тик һин Бөрйәнем.
Ҡайҙа ғына юлға сыҡмаһамда,
Тыуған яҡҡа тарта йөрәгем.
Башҡортостан минең тыуған илем,
Һәм Бөрйәнем минең бишегем.
Бәләкәйҙән үҫеп Бөрйәнемдә,
Сит яҡтарға сығып, йөрөп ҡайтҡас,
Һағындыра тыуған яҡтарҙы.
Ҡайтараһы ине бала саҡты,
Һәм бәхетле булған саҡтарҙы.
Ваҡыт үтә, донъя алға бара,
Тик сит яҡҡа, дуҫҡай, ашыҡма.
Бәхеткәйең тыуған яҡта ҡалғас,
Уға ҡаршы инде һин сыҡма.
(Эти стихотворения посвящены Башкортостану, родному району, где родился Динар. Он восхваляет красоту этих мест. Данир очень тонко чувствует природу, замечает все: движение ветра, дыхание леса, журчание рек...)
Йәшәһен тип минең туған телем,
Ят телдәрҙән ситкә тартылам.
Теле барҙың иле ҡалыр тейҙәр,
Был һүҙҙәргә бик ныҡ ышанам.
Телебеҙҙе бергә яҡламаһаҡ,
Беҙҙән башҡа һуң кем яҡлаһын?
Байлығыбыҙ беҙгә кәрәкмәһә,
Кемдәр инде уны һаҡлаһын?
Бөтә булған ел-дауылға ҡаршы,
Беҙ, Башҡорттар, берҙәм булайыҡ.
Телебеҙҙе, илебеҙҙе яҡлап,
Дошмандарҙан алып ҡалайыҡ.
Рус телендә аралаша торғас,
Үҙ телемде артҡа ташланым.
Шиғырҙарҙы яҙып ошо телдә,
Кәрәклеген бик һуң аңланым.
Ғәйеплене эҙләп маташмайым,
Үҙ телемде үҙем үлтерҙем.
Атам мине ғәфү итер тиеп,
Ялған юлдан алға йүгерҙем.
Ғәйебемде үҙем аңлап алдан,
Дөрөҫ юлға сығып ҡараным.
Тик һуң инде, кире ҡайтып булмай,
Үҙ телемде иҫләй алманым.
(Эти стихотворения о башкирском языке, его мелодичности, его красоте. Динар призывает беречь, сохранить, защитить этот язык)
Атай, тиеп ҡосаҡлайһы килә,
Тик белмәнем ваҡыт китерен.
Күҙҙәрендә уттар яна ине,
Белмәнем шул улар һүнерен.
Ауыр саҡта алдарына ятып,
Ҡыйын саҡта әйткән һүҙҙәр өсөн,
Бар күңелдән ғәфү үтенеп.
Ваҡыт барҙа ҡәҙерҙәрен белеп,
Сөнки улар был донъяла саҡта,
Һеҙ һәр ваҡыт бала ҡалағыҙ.
(Данир рос без отца, его не стало, когда ему было 3 года. В этом стихотворенни он говорит: “как рано ты покинул нас..., я хочу обнять тебя, я не думал, что эти добрые глаза могут когда-то потухнуть, ...бывает, мне очень тяжело, хочу обнять и все рассказать, тебе, отец...” Очень трогательное стихотворение)
Бер ваҡытта әсе һүҙҙәр әйтмә,
Һине һөйгән, яҡын кешеңә.
Бер ҡасанда уны ситкә этмә,
Йөрәгеңдә булған бөтә хистәр,
Яҡшылыҡҡа түккән бөтә көстәр,
Яңылышһаң, юлдан яҙа баҫһаң,
Дөрөҫ юлға һине баҫтырыр.
Ауырлыҡҡа, ҡайғыларға батһаң,
Һөйөү генә һине ҡотҡарыр.
Бөгөн күктә йондоҙ атылманы,
Һине һөйгән, һине көткән саҡтар,
Онотолдо тәүге һөйөү хисе,
Бер туҡтамай йөрәк типкәне.
Бик ҡыҫҡа шул мөхәббәттең иҫе,
Һиҙелмәй шул һөйөү үткәне.
Бөгөн күктә йондоҙ атылманы,
Һөйгән саҡта атҡан ал таңдарҙа,
Беҙҙең өсөн бөгөн атманы.
(А эти стихи – о любви к своим близким, к девушке, о силе этого чувства…)
Не знакомы ещё мы с тобой.
Может, рано пока признаваться,
Но влюбился в тебя с головой.
Я не знаю тебя, но уверен,
Что ты будешь моею женой.
И что в радости, горе и в бедах,
Ты будешь навеки со мной.
Ты в моей голове появилась,
Как прекрасная дева из сна.
И чтобы найти тебя в жизни,
Я потрачу сто жизней из ста.
Я не знаю тебя, но узнаю,
Как только посмотришь в глаза,
И только тогда в моем сердце,
Хоть потрачу сто жизней из ста.
Еще один день пролетел незаметно,
Пролетел, как будто бы час.
А сколько осталось еще? Неизвестно,
Это тайна Вселенной от нас.
Каждый ставит будильник на утро,
В надежде, что встретит рассвет.
Пользуйтесь временем более мудро,
Оставьте в мире хоть маленький след.
Время не тратьте на ненужные вещи,
Есть куча всего, что нужно успеть.
Хоть раз посмотреть глупые фильмы,
Хоть раз во весь голос на публике спеть.
Не надо от жизни брать все без разбору,
Берите лишь то, что вам по душе.
Жалко, что юность дается не дважды,
И даже она пролетает уже!
Мы ненавидим, но прощаем,
Мы правду так легко скрываем,
Мы разбиваем души, не жалея,
Живём всю жизнь с вопросом "Где Я?",
Не решая, где нам лучше жить.
Мы терпим боль от бесконечной ссоры,
И в голове бесчисленные споры,
Но всё зависит лишь от выбора.
Пытаюсь заглянуть вперёд,
И взрывом вспахана земля.
Что ж будет-то с природой,
Правдивость этого стиха...
О том, что ты со мною, рядом,
О том, что вместе навсегда.
И что любовь меж нами бесконечна,
И что она меж нами на года.
Но это сон, всего лишь сон о жизни
И о любви, которой не бывать.
Ведь я …всего лишь тихий парень,
А ты звезда, которой не достать...
Но в сердце след остался,
И то, что к тебе чувствую,
Ҡыҙғанам шул, что поделать?
(Подборку подготовила Рауля ХАСАНОВА).